Фән һәм мәғариф өлкәһендә эшләгән хеҙмәткәрҙәр эшенә йомғаҡ яһалды

Мәғарифты үҫтереү институтында алдынғы уҡытыусылар һәм тәрбиәселәр бүләкләнде.

15 хеҙмәт алдынғыһына «Рәсәйҙең Почетлы тәрбиә һәм мәғариф хеҙмәткәре» билдәләре тапшырылды. Пандемияға бәйле 2020 йыл уҡытыусылар һәм тәрбиәселәр алдында торған яуаплылыҡты һәм бурыстарҙы арттырҙы.

Ауырлыҡтарға ҡарамаҫтан, мәғариф хеҙмәткәрҙәре һынауҙарҙы уңышлы үтте, тип белдерҙеләр фән һәм мәғариф министрлығында. Маҡтаулы исемгә лайыҡ булыусылар араһында Өфө сауҙа һәм иҡтисад колледжы уҡытыусыһы Роза Алғушаева ла бар.

Фото №1 - Фән һәм мәғариф өлкәһендә эшләгән хеҙмәткәрҙәр эшенә йомғаҡ яһалды

Азалия Ғәйнуллина.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ