Башҡортостан Хөкүмәте уҙып барған йылға йомғаҡ яһаны

Башҡортостан Хөкүмәте уҙып барған йылға йомғаҡ яһаны
Фото №1 - Башҡортостан Хөкүмәте уҙып барған йылға йомғаҡ яһаны

Премьер-министр Андрей Назаров Президиум ултырышы үткәрҙе. Унда вице-премьерҙар һәм министрҙар йыллыҡ эшмәкәрлек буйынса төп күрһәткестәр менән таныштырҙы. 2020 йылда коронавирус пандемияһы сәбәпле ҡыйынлыҡтарға ҡарамаҫтан, инвестиция йәлеп итеүҙә 4 процентлыҡ үҫеш күҙәтелгән. Аҡса теле менән әйткәндә 210 миллиард һум булған. Быйыл 4 миллион тонна иген уңышы йыйылды, торлаҡ төҙөлөшө буйынса беҙҙең республика илдә алдынғы төбәктәр исемлегендә. Пандемия һаҡлау һаҡлау тармағы өсөн ҙур һынау булды. Ҡыҫҡа ваҡытта ике инфекция клиникаһы төҙөлдө, дауаханалар коронавирус менән көрәш өсөн үҙгәртеп ҡоролдо.

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ