“Йыл ҡаҙанышы”

“Йыл ҡаҙанышы”
Фото №1 - “Йыл ҡаҙанышы”

Республика Хөкүмәтендә ошолай тип аталған конкурс еңеүселәре менән таныштырҙылар. Быйыл октябрҙә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров иң яҡшы район һәм ҡалаларҙы асыҡлау конкурсына бәйле указға ҡул ҡуйҙы. Еңеүселәр өс төркөмдә иғлан ителде. “Демографик именлек” номинацияһында Нефтекама ҡалаһы, Өфө һәм Бөрйән райондары иң яҡшыһы булды. “Эшҡыуарлыҡҡа ярҙам” йүнәлешендә Ағиҙел ҡалаһы, Благовещен һәм Борай райондары, ауыл хужалығында – Мәләүез һәм Илеш, йәштәр эшендә – Өфө ҡалаһы, Стәрлетамаҡ һәм Нуриман райондары еңеү яуланы. “Көрсөккә ҡаршы менеджмент” номинацияһында Салауат ҡалаһы, Бәләбәй һәм Тәтешле райондары иң яҡшыһы тип табылды, “Хәүефһеҙ һәм уңайлы биләмә” исеменә Стәрлетамаҡ ҡалаһы, Яңауыл һәм Баҡалы райондары лайыҡ булды, тауыш биреүҙе ойоштороуҙа Сибай ҡалаһы, Дүртөйлө һәм Әлшәй райондары еңеү яуланы.

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ