Бының өсөн Хөкүмәт тейешле саралар күрергә ниәтләй. Әле 443 меңдән ашыу кеше эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнә. 2021 йылда был һан 13 меңгә күберәк булырға тейеш. Быйыл микрофинанс компанияһы 675 миллион һумға займ биргән, шулай уҡ 390 миллион һумға субсидия тапшырылған. Социаль эшҡыуарҙар һаны буйынса беҙҙең республика Мәскәү өлкәһенән ҡала икенсе урында килә. Киләһе йылда Өфөлә “IQ-технопарк”, Сибайҙа “Киләсәк фабрикаһы” инновацион эшҡыуарлыҡ үҙәген асыу ҡарала.





