Льготалы автокредитлау программаһы оҙайтылды. Премьер-министр Михаил Мишустин тейешле бойороҡҡа ҡул ҡуйҙы. “Беренсе автомобиль” һәм “Ғаилә автомобиле” программалары 2023 йылғаса оҙайтылды. Бөтә балалы ғаиләләр, медицина хеҙмәткәрҙәре һәм иҫке еңел машинаһын трейд-инға тапшырғандар 10 процентлыҡ ташламаға дәғүә итә ала. Льготалы автокредитлау программаһына 8 миллиард 870 миллион һум бүленә.





