Ҡымыҙ ярҙамында реабилитация

Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров коронавирус менән ауырыған пациенттарҙы шифалы эсемлек менән дауалау мәсьәләһен күтәрҙе. Был һорау йылҡысылыҡты үҫтереүгә арналған «Ауыл сәғәте»ндә тикшерелде.

Ҡымыҙ бешеү күләме буйынса республика Рәсәйҙә беренсе урынды биләй. Ауыл хужалыҡтары йыл һайын 9 мең тоннаға яҡын ит етештерә. Йылҡысылыҡ продукциялары кибеттәргә, социаль һәм дауалау-һауыҡтырыу учреждениеларына күпләп оҙатыла. Милли традицияларҙы һаҡлап тармаҡтың артабанғы үҫешен тәьмин итеү өсөн төбәктә айырым программа ҡабул ителгән.

Быйыл ғына ошо маҡсатта 110 миллион һум йүнәлтелгән. Кәңәшмәлә ҡатнашыусылар республика баҙарында продукцияны алға этәреүгә ярҙам итеү механизмдары тураһында фекер алышты. Шуларҙың береһе коронавирус менән ауырыған пациенттарҙы ҡымыҙ ярҙамында реабилитациялау. Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров һаулыҡ һаҡлау һәм ауыл хужалығы  министрлыҡтарына шифалы эсемлекте таратыу мөмкинлектәрен өйрәнергә ҡушты.

Бынан тыш, онлай кәңәшмәлә йылҡылар өсөн заманса көтөүлектәр булдырыу мәсьәләһе лә ҡаралды. 

Аттар ҡатнашлығында юл-транспорт фажиғәләрен иҫкәртеү һәм контролде көсәйтеүҙең иң ҡулай ысулы тип белгестәр электр-көтөүсене атаны. Өҫтәүенә, был ҡоролманы һатып алыусы аграрийҙарға ауыл хужалығы министрлығы сығымдарҙың яртыһын ҡапларға әҙер.

Фото №1 - Ҡымыҙ ярҙамында реабилитация
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ