Андрей Назаров Башҡортостан Хөкүмәтенең уҙып барған йылдағы һуңғы президиум ултырышын үткәрҙе. Онлайн форматтағы кәңәшмәлә төбәктең яҡынса социаль-иҡтисади үҫеш һөҙөмтәләре барланып, киләһе йылға бурыстар билдәләнде.
Премьер-министр әйтеүенсә, быйыл кешелек донъяһы бығаса билдәле булмаған коронавирус пандемияһы менән осрашты. Мәкерле инфекция тормошҡа үҙгәрештәр индереп, барлыҡ илдәрҙең социаль-иҡтисади үҫешенә һиҙелерлек йоғонто яһаны. Шулай ҙа тышҡы факторҙарға ҡарамаҫтан, республикала төп капиталға инвестициялар күләме тәүге 9 айҙа 4,3 процентҡа артып, 210 миллиард һумға яҡынлашты.
Быйыл Башҡортостан аграрийҙары рекордлы уңыш алыуға ла өлгәште. Улар 4 миллион тоннанан ашыу ашлыҡ һуғып төбәк Волга буйы федераль округында лидерҙар исемлегенә инде. Бынан тыш, пандемия ҡыҫҡа осорҙа ковид менән көрәшеү өсөн дауаханаларҙы үҙгәртеп ҡорорға ла, яңы ике йоғошло ауырыуҙар госпитале төҙөргә лә булышлыҡ итте, тине Андрей Назаров.
Илдар Байбулатов.




