Пандемия башланған осорҙан республикала яңы инфекция диагнозы 18 728 кешегә ҡуйылды. Әле стационарҙарҙа табиптар 885 пациенттың һаулығы өсөн көрәшә, ауыр хәлдәге 70 сирленең 12-һе үпкәне яһалма елләтеү аппаратына тоташтырылған.
Амбулатор шарттарҙа 3 053 кеше дауалана. Тәүлек эсендә сирҙән 111 кеше һауыҡҡан. Үлем статистикаһы үҙгәрешһеҙ ҡала.
Гөлдәриә Йосопова.




