Хәҙер пациенттарға сират торорға тура килмәйәсәк. Эш махсус системаға көйләнгән. Ҡағиҙә буйынса медицина учреждениеһына ингәндә температура үлсәнеп, ҡулдар антисептик менән эшкәртелә. Һуңынан, электрон регистратура аша кәрәкле белгесте һайларға мөмкин.
Социаль дистанция өсөн дә шарттар тыуҙырылған. Талон алғанда ла пациентҡа оҙаҡ көтөргә тура килмәйәсәк. Юғары ҡан баҫымы, температура менән мөрәжәғәт иткәндәргә поликлиникала ашығыс ярҙам кабинеты эшләй.
Азат Ғәлиуллин.




