Халыҡ һорауы буйынса Бөрөлә тәүге стационар полиция посы булдырылды

Ҡаланың үҙәк майҙанында урынлашҡан постың тәғәйенләнешен һәм мөмкинлектәрен беҙҙең ижади төркөм дә өйрәнде. Был хаҡта тулыраҡ БСТ каналы хәбәрсеһе Гүзәл Борханова.

Бөрө ҡалаһы үҙәге йылдан -йыл күркәмләнә һәм төҙөкләндерелә. Халыҡҡа ял һәм балаларға уйын майҙансыҡтары төҙөлә. Әммә вандалдар матурлыҡты ҡыйрата, вата, емерә. Ерле халыҡ бындай тәртипһеҙлектәргә үҙ көсө менән генә ҡаршы тора алмаған һәм ярҙамға полиция хеҙмәте килеүен үтенеп, махсус пост булдырыуы хаҡында теләк белдерә..

Ҡала үҙәгендә вандалдар бөтә нәмәне ҡыйрата ине. Хәҙер был пост асылғас, беҙ иркен тын алып ҡалырбыҙ тип уйлайым. Видеокүҙәтеү ҡоромаларынан үҙәк урамдарҙа кемдең  ни эшләгәне хаҡында хәбәрҙар булырға мөмкин.

Лиза Кемкина, Бөрөлә йәшәүсе

Был стационар полиция посын төҙөү «Бөрө ваҡыты» проекты ярҙамында тормошҡа ашырылған. Бина урындағы эшҡыуарҙар сығымдарына ни бары ике ай эсендә сафҡа индерелгән. Хаҡы ярты миллион һумдан ашыу.

Стационар полиция посты туғыҙ сәғәт дауамында йәмәғәт хәүефһеҙлеген тәьмин итәсәк. Полиция хеҙмәткәрҙәре башлыса көндөң икенсе яртыһынан, тәүлектең төнгө ваҡытына тиклем бында даими күҙәтеү алып барасаҡ, тип көтөлә.

Стационар полиция посты эстән йылытылған, интернет селтәренә тоташтырылған, витринаға ныҡлы тәҙрәләр ҡуйылған, янғын һүндереү баллондары менән йыһазландырылған. Яҡын арала енәйәтселәрҙең фотоһүрәттәре өсөн махсус стенд та булдырыласаҡ .

Стационар полиция постының дөйөм айҙаны ни бары 6 квадрат метр тәшкил итә. Ул Бөрөлөге берҙән-бер пост һәм ошо компьютерға мәғлүмәт 9 видеокүҙәтеү камераһы аша килә. Был стационар полиция посты йәмәғәт хәүефһеҙлеген булдырырға һәм дөйөм ҡулланылыштағы йыһаздарҙы вандалдарҙан һаҡларға булышлыҡ итер, тип көтөлә.

Фото №1 - Халыҡ һорауы буйынса Бөрөлә тәүге стационар полиция посы булдырылды

Гүзәл Борханова.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ