Өфө йәйәүлеләре алыҫтан күренәсәк

Баш ҡала урамдарында дәүләт автоинспекцияһы хеҙмәткәрҙәре халыҡҡа яҡтыртыусы элементтар таратты.

Был билдәләр тәүлектең ҡараңғы осоронда йәйәүлеләрҙе күрер өсөн ҡулай буласаҡ. Өфөнөң Беренсе май урамындағы рейд барышында автоинспекторҙар юлды рөхсәт ителмәгән урында үтеүселәрҙе асыҡланы. Шул уҡ ваҡытта хәүефһеҙлек саралары хаҡында аңлатыу эштәре алып барҙы.

Дәүләт автоинспекцияһы хеҙмәткәрҙәре билдәләүенсә, республикала көн һайын йөҙҙән ашыу кеше юл аша рөхсәт ителмәгән урындан сыҡҡан өсөн штраф түләй. Уның күләме 500 һум.

Статистикаға күҙ һалһаҡ, һуңғы 11 айҙа ғына Башҡортостанда 910 кеше автомобиль тәгәрмәсе аҫтына эләккән, уларҙың 112-һе һәләк булған, 837 -һе йәрәхәтләнгән. Автоинспекторҙар водителдәрҙе  һәм йәйәүлеләрҙе уяу булырға саҡыра. Акцияның төп маҡсаты ла ошо.

Фото №1 - Өфө йәйәүлеләре алыҫтан күренәсәк

Гүзәл Борханова.

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ