Күмертау ҡалаһында капиталь ремонттан һуң урындағы музей асылды

Яңыртылған учреждениела экспозициялар биҙәлә, мебель һәм заманса йыһаздар һатып алына. Шулай уҡ ҡала хакимиәте 6 миллион һумлыҡ грант та бүлә. Яңы һулыш алған музей тағы ниндәй үҙгәрештәр кисерә? БСТ каналы хәбәрсеһе Әлфинә Килдейәрова ентекләберәк.

Әйтерһең дә, тәбиғәт ҡосағында... Башҡортостан урмандарында осрай торған хайуан-ҡоштарҙың ҡарасҡыһы, тау-урмандар, шарлауыҡ. Түбә һәм иҙәндә йәбештерелгән 3Д һүрәттәр урман кәйефен бирә.

Күмертау Тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейы капиталь ремонттан һуң, октябрь урталарында асыла. Күләмле ремонт эштәре сиктәрендә яңы экспозициялар барлыҡҡа килә, бинаның ҡыйығы йүнәтелә. Һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгәндәр өсөн уңайлы мөхит булдырыла. Бинала пандустар, электр күтәргестәр ҡуйыла. Ошо маҡсатта мәҙәниәт өлкәһендәге субсидиялар сиктәрендә республика ҡаҙнаһынан 5 миллион һумға яҡын, ә урындағы бюджеттан 9 милллион һум аҡса бүленә.

Субсидиянан тыш, экспозицияларҙы яңыртыу һәм биҙәү өсөн Ҡала муниципалитетынан 6 миллион ярым һум грант бүленде. Ярты йыл дауамында ремонт барҙы. Хәҙер беҙҙең музей тулыһынса яңырҙы.

Татьяна Лихачева, Тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейы директоры

Реконструкциянан һуң музей майҙаны үҙгәрмәй, ләкин мәғлүмәттең күп булыуы музей хеҙмәткәрҙәренә яңы ысулдар эҙләргә этәрә. Шуға күрә барлыҡ материалды күрһәтеү өсөн махсус ишектәр ҡуйыла, хатта түбә һәм тәҙрәләргә һүрәттәр йәбештерелә. Йәмғеһе музейҙа 13 мең экспонат иҫәпләнә. Киләсәккә учреждениеның матди-техник базаһын байытыу һәм этнография залын асыу күҙаллана.

Әлфинә Килдейәрова.