Киләһе йыл Башҡортостандың 262 ауылына интернет үткәрелә

Күләмле проект дәүләт-шәхси партнерлыҡ нигеҙендә тормошҡа ашырыла. Подрядсы ойошма булараҡ «Башинформсвязь» компанияһы сығыш яһай. Был турала Хөкүмәт премьер-министры Андрей Назаров билдәләне. Бөрйән районында ла киҫкен мәсьәләне хәл итеү юлдары барланған. Төпкөл ауылдарҙы глобаль селтәргә тоташтырыу буйынса әүҙем эш алып барыла. Яңыраҡ ғәлиәкбәрҙәр ҙә юғары тиҙлекле интернет менән тәьмин ителде.

Быға тиклем бер сайтҡа инеү өсөн биш-ун минут ваҡыт талап ителһә, хәҙер юғары тиҙлекле интернетҡа тоташҡас, компьютерҙа эшләү күпкә еңеләрәк. Ибраһим Исламбаев мәктәптән ҡайтыу менән төрлө мәғариф платформаларында математика, рус һәм инглиз телдәре буйынса белемен камиллаштыра.

Ибраһимдың ике апаһы һәм бер һеңлеһе бар. Хәҙер һәр береһенең ҡулында планшет һәм телефон. Глобаль селтәр ярҙамында өлкән ҡыҙҙар дәүләт имтихандарына әҙерләнһә, һылыуҙары хәреф-һандар өйрәнә башлаған. Фәйләрә Исламбаева билдәләүенсә, быға тиклем балаларына өй шарттарында белем алыу ауырға төшкән.

Коронавирус пандемияһы башланғас, интернеттың тиҙлеге яй булыуға бәйле Бөрйән районы Ғәлиәкбәр ауылы хакимиәтенә күп мөрәжәғәттәр ҡабул ителә. Киҫкен мәсьәләне тиҙ арала хәл итеү бурысы ҡуйыла.

Дәрестәр уҙғарыу булһынмы, электрон журнал тултырыумы - Ғәлиәкбәр мәктәбе коллективы хәҙер заманса алымдар ҡулланып эш процессын ойоштора. Уҡыусыларға төрлө видеопрезентациялар күрһәткәндә лә, интернет менән тотҡарлыҡтар юҡ. Был белем биреү сифатын күпкә яҡшыртҡан.

«Урындағы башланғыстарҙы яҡлау» программаһы буйынса мәктәптә ремонт эштәре башҡарыу ҙа планлаштырыла, тәҙрәләрҙе яңыртырға ваҡыт. Ошо маҡсатта конкурста ҡатнашыуға ғариза ебәрелгән. Шул уҡ ваҡытта Бөрйән районы хакимиәте тарафынан башҡа төпкөл ауылдарҙы ла юғары тиҙлекле интернет менән тәьмин итеү бурысы ҡуйылған.

Бөрйән районында кеҫә телефоны аша бәйләнеш тә юҡ кимәлдә. Юғары тиҙлекле интернет – берҙән-бер аралашыу сараһы. Шуға күрә төпкөлдәрҙе глобаль селтәргә тоташтырыу – көнүҙәк мәсьәлә.

Фото №1 - Киләһе йыл Башҡортостандың 262 ауылына интернет үткәрелә

Гөлназ Хәйбуллина.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ