Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт драма театрының ҙур сәхнәһе төҙөкләндерелгәндән һуң, файҙаланыуға тапшырылды

Был көндө ижади коллектив йылдан ашыу көттө. Ниһайәт, актерҙар был шатлығын тамашасылар менән уртаҡлашты. Яңыртылған сәхнәне БСТ каналы хәбәрсеһе Азат Ғәлиуллин барып күрҙе.

Башҡорт театры фойеһында йәнлелек. Йыл дауамында тынмаған эш ҡоралдарын бөгөн, ниһайәт, оркестр музыкаһы алыштырҙы. Был көндө ижади коллектив та, тамашасылар ҙа ҙур түҙемһеҙлек менән көтөп алды. Шулай ҙа артистар халыҡҡа юҡһынып ултырырға ирек бирмәне. Спектаклдәр бәләкәй сәхнәләрҙә дауам итте.

Яңыртылған ҙур сәхнәне асыу тантанаһында артистар театрлаштырылған тамаша менән сығыш яһаны. 100 йыллыҡ юбилейҙы сит тупһаларҙа билдәләү, бер йылға һуҙылған ремонт, пандемия былар барыһы ла нескә юмор аша күҙ алдына баҫтырылды.

Яңыртылған ҙур сәхнәне артистар үҙҙәре ҡабул итеп алды тиһәң дә яңылыш булмаҫ. Улар эш һөҙөмтәһен спектаклдәрҙән өҙөк уйнап, йырлап-бейеп  һынап ҡараны. Бының өсөн яҡтылыҡ, тауыш, сәхнә механикаһы кеүек бар мөмкинлектәр файҙаланылды. Ә инде башҡорт театрының яңы дәүере тарихына һәр кем ғинуарҙан башлап тамаша ҡыла ала.

Азат Ғәлиуллин.