Республика башлығы Радий Хәбиров бөгөн “Башҡорт сода компанияһы” йәмғиәтен үҫтереү перспективаларына арналған эш кәңәшмәһе уҙғарҙы

Республика башлығы Радий Хәбиров бөгөн “Башҡорт сода компанияһы” йәмғиәтен үҫтереү перспективаларына арналған  эш кәңәшмәһе уҙғарҙы
Фото №1 - Республика башлығы Радий Хәбиров бөгөн “Башҡорт сода компанияһы” йәмғиәтен үҫтереү перспективаларына арналған  эш кәңәшмәһе уҙғарҙы

Унда Республика Хөкүмәте һәм предприятиелар етәкселәре ҡатнашты. Башҡорт сода компанияһы”ның генераль директоры Эдуард Давыдов белдереүенсә, предприятие етештереү күләмен кәметмәй тулы ҡеүәтенә эшләй. Йәмғиәтте  үҫтереү буйынса 2021-2030 йылдарға иҫәпләнгән Концепция 5 төп йүнәлештә. Улар сеймал базаһын, экология программаһын, һанлы сәнәғәтте үҫтереү,  әле булған һәм яңы етештереү ҡеүәттәрен модернизациялау. 2030 йылға тиклем инвестициялар күләме 390 миллиард һумдан планлаштырыла. Компания инфраструктура төҙөлөшөн башларға әҙер. Был индустриаль парктары программаһына старт биреү һәм тәүге резиденттар менән эшләү башлау мөмкинлеге бирә. Радий Хәбиров билдәләүенсә, ҙур проекттарҙы “Инвестиция сәғәте” сиктәрендә ҡарарға мөмкин.

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ