Бөгөн Хөкүмәттә ауыл хужалығы сәғәте форматында кәңәшмә үтте

Бөгөн Хөкүмәттә ауыл хужалығы сәғәте форматында кәңәшмә үтте
Фото №1 - Бөгөн Хөкүмәттә ауыл хужалығы сәғәте форматында кәңәшмә үтте

Унда республикала йылҡысылыҡты үҫтереү мәсьәләһе күтәрелде. Вице премьер-Ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов йыл һөҙөмтәләрен барланы, киләһе йылға эш пландарын билдәләне. Ведомсты башлығы белдереүенсә, Башҡортостанда социаль учреждениеларҙы ит менән тәьмин итеү йүнәлешендә, еләк-емеш һәм бөртөклө культуралар үҫтереүҙә, хужалыҡтарҙың техник паркын яңыртыуҙа һәм һөт эшкәртеүҙә ыңғай күрһәткестәр бар. 2020 йыл һөҙөмтәләре буйынса,  республика Рәсәй төбәктәре араһында ҡымыҙ етештереүҙә - беренсе, йылҡы һаны буйынса 2-се урында килә. Радий Хәбиров Һаулыҡ һаҡлау һәм Ауыл хужалығы министрлыҡтарына коронавирустан һауығып сығыусыларҙы ҡымыҙ ярҙамында реабилитация мөмкинлеген өйрәнеү бурысын ҡуйҙы.  “Ҡымыҙ - файҙалы эсемлек.  Халыҡтың  сәләмәтлеген яҡшыртыу өсөн урында сифатлы продукция етештереүселәргә ярҙам күрһәтергә тейешбеҙ”, - тип билдәләне республика башлығы.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ