“Башҡортостан өсөн әүҙем йыл булды. Тәү сиратта, ул коронавирус инфекцияһы менән көрәш осоро булараҡ хәтерҙә ҡала”, - тине матбуғат конференцияһы барышында Радий Хәбиров. Ул киләһе йылға ҙур өмөттәр бағлауы тураһында ла белдерҙе.
Республика башлығы Радий Хәбиров коронавирусҡа ҡаршы вакцина эшләтеүе хаҡында ла белдерҙе. Ул прививканы вакцина һынау үткән осорҙа яһатыуы тураһында әйтте.
Радий Хәбиров билдәләүенсә, 2021 йылда республикаға күпләп вакцина килтерелә. Башҡоростанда кәмендә 2 миллион кешегә прививка яһау бурысы тора.





