Был турала Радий Хәбиров бөгөн тура эфирҙа ҙур матбуғат конференцияһында белдерҙе. Яңы йыл алдынын ойошторолған сара йыл йомғаҡтарына арналды. Республика етәксеһе билдәләүенсә, уҙып барған йыл COVID-19-ға ҡаршы көрәш эгидаһы аҫтында үтеүе менән тарихта ҡала. Әммә ҡатмарлы осорҙа ла төбәктә байтаҡ эштәр башҡарылды. Киләһе йылға ла ҙур өмөттәр бағлана. Матбуғат конференцияһында күтәрелгән ошо һәм башҡа мәсьәләләр хаҡында БСТ каналы хәбәрсеһе Гөлназ Хәйбуллина әҙерләгән репортажда.
Күсмә телевизион студия, ун телекамера. Утыҙ биш журналист. Түңәрәк өҫтәл артында етди һөйләшеү көтөлә. Республика башлығы Радий Хәбиров та залға инеү менән тулҡынланыуын, шул уҡ ваҡытта яҡшы кәйефтә булыуын белдерҙе.
2020 йыл – республика өсөн оло һынауға әйләнде. Бар көс коронавирус менән көрәшкә йүнәлтелде. Юғары әҙерлек режимы, ковид-госпиталдәр төҙөлөшө, вакцинация... Төбәк етәксеһе һаулыҡ һаҡлау өлкәһенә иғтибарҙың көсәйәүен билдәләп, киләһе йыл ҡатмарлы инфекцияны тулыһынса еңеүгә ышаныс белдерҙе. Әйткәндәй, Радий Хәбиров инфекцияға ҡаршы прививканы тәүгеләрҙән булып ҡаҙатҡан.
Матбуғат конференцияһында республика башлығына һорауҙар йылға кеүек ағылды. Журналистарҙан тыш, социаль селтәрҙәр аша ла халыҡтын мөрәжәғәттәр ҡабул ителде. Һорауҙар тағы ла күберәк булыр ине. Әммә төпкөл ауылдарҙа интернет булмау проблемаһы ла бар. Был мәсьәлә осрашыуҙа ла яңғыраны.
Республика бюджеты киләһе йылға 22 миллиард һумлыҡ дефицит менән ҡабул ителгән. Уны ҡаплауға ете миллиард һумлыҡ займ рәсмиләштерелгән. Әммә сығымдар ҡыҫҡартыла. Тәү сиратта, һүҙ күп фатирлы йорттарҙа ремонт һәм «Башҡорт ихаталары» программалары хаҡында бара. Хәйер, был ваҡытлыса ҡаршылыҡтар.
Күберәк аҡса эшләү бурысы ҡуйыла. Был йәһәттән инвесторҙар, эшҡыуарҙар менән эште йәнләндереү ҡаралған.
Осрашыуҙа Өфөнөң 450 йыллығына әҙерлек барышы хаҡында ла һорау яңғыраны. Республика башлығы көсөргәнешле осор көтөлөүен билдәләне. Баш ҡалалағы үҙгәрештәр федераль үҙәктән киләсәк аҡсаға бәйле.
Йәмәғәт транспортында тәртип булдырыу, алданған өлөшсөләр проблемаһын хәл итеү, нөктәле төҙөлөш менән көрәш - һәр проблеманы хәл итеүгә комплекслы ҡараш талап ителә.
Матбуғат конференцияһында Радий Хәбировҡа уңайһыҙ һорауҙар ҙа яңғыраны. Журналистар бер нисә тапҡыр Ҡуштау мәсьәләһен күтәрҙе. Төбәк башлығы августағы ваҡиғаларҙы үҙенең төп хатаһы тип билдәләне.
Конференцияла төбәк етәксеһенә шәхси һорауҙар ҙа бирелде. Радий Хәбиров Яңы йылды өйҙә – Башҡортостанда ғаиләһе менән бергә ҡаршылыуын билдәләне. Әйткәндәй, журналистар менән осрашыу ике сәғәт ярым дауам итте. Иң күп мөрәжәғәттәр төҙөкләндереү эштәре һәм капиталь ремонтҡа бәйле булды. Республика етәксеһе билдәләүенсә, бер мөрәжәғәт тә яуапһыҙ ҡалмаясаҡ.
Гөлназ Хәйбуллина.





