Транспорт һәм юл хужалығы министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, был суммаға 2 мең километр юл һәм 15 күпер төҙөкләндерелгән. Ведомство етәксеһе Алан Марзаев яңы йылда был тармаҡтағы бурыс-маҡсаттар тураһында һөйләй.
Алан Марзаев белдереүенсә, киләһе йылда шулай уҡ Өфөлә тимер юл вокзалы янында ҡунаҡхана төҙөлөшө башланырға тейеш.





