Төҙөлөш эштәре майҙа башланған. Яңы обьектты ҡайҙа урынлаштырыу буйынса ауылдаштар араһында бәхәс сығыуға бәйле, эштәр бер аҙға тотҡарланып торған. Йыйылышта был мәсьәлә уртаҡ ҡарар менән ыңғай хәл ителгән. Район хакимиәте белгесе Эльза Мөхәмәҙиева һөйләй.
Быйыл республикала 120 фельдшер-акушер пункты файҙаланыуға тапшырылды.





