Башҡортостан билдәле шағир, мәғрифәтсе, ғалим Ғәли Соҡоройҙың 195 йыллығы билдәләргә әҙерләнә

Байрам саралары 8 ғинуарҙа шағирҙың тыуған яғы Тәтешле районында башлана. Иҫке Соҡор ауылында Ғәли Соҡоройҙың йорт-музейында мемориаль таҡтаташ асыла. 14 ғинуарҙа филология фәндәре докторы Ғиниәтулла Ҡунафин онлайн тәртиптә “Ғәли Соҡорой шиғриәтендә донъяуи мотивтар” исемле темаға лекция уҡый. 21 ғинуарҙа Республика  Милли архивында шағирҙың 195 йыллығына арналған онлайн түңәрәк өҫтәл үтә. Унда ғалимдар, уҡытыусылар, Тәтешле районының крайҙы өйрәнеүселәре ҡатнашыуы көтөлә.  Бынан тыш, Тәтешле районының тарихы урындары буйынса туристик маршрут төҙөлә – унда Ҡара Табын ырыуының күренекле шәхестәре Әсән Хан, Ғәли Соҡорой, Ғәрифулла Кейековтың ҡәберлектәре индерелгән.