Урындағы халыҡ был ваҡиғаны оҙаҡ йылдар көтөп ала. Әле биләмәлә тиҫтәнән ашыу кеше йәшәүе билдәле, ташландыҡ участкалар күп. Инженер селтәрҙәр менән тәьмин ителеү ауыл үҫешенә оло этәргес. Шул уҡ ваҡытта хәҙер бәләкәй эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнеүселәр ҙә еңел тын алып ҡалды. Белорет-Өфө трассаһындағы юл сервисы унайлыҡтары хаҡында киләһе репортаж.
«Ҡолмас» кафеһында яңы йыл алдынан айырым йәнлелек.. Байрам иллюминацияһы яҡты киләсәккә өмөт билдәһе. Быға тиклем эшҡыуар Зәлиә Ғәлийәнова өсөн электр уты алтынға тиң була, сөнки ул генератор ярҙамында килгән. Ә был айына өҫтәмә илле мең һумлыҡ сығым тигән һүҙ. Ханым туҡланыу учреждениеһынан килгән бар килемде, хатта, пенсияһын да бензин һатып алыуға тотонған. Инде был проблема артта ҡалды, хәҙер Белорет районының иң төпкөл ауылы инженер селтәрҙәр менән тәьмин ителде.
Зәлиә Ғәлийәнова егерме йыл элек Белорет-Өфө трассаһында кафе аса. Килем артынан ҡыумай, юҡҡа сығып барған тыуған ауылын - Ҡолмасты һаҡлап ҡалырға тырыша. Бер быуатлыҡ тарихы булған биләмәлә ҡасандыр етмешкә яҡын йорт иҫәпләнгән, мәктәбе лә булған, артелдәр эшләгән. Хәҙер бында биш кеше генә теркәлгән булыуы билдәле. Район хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, электр уты үткәрелеүе ауыл үҫешенә юл аса.
Ут үткәрелеүе – Ҡолмас ауылы биләмәһендә юл сервисын үҫтереүгә лә булышлыҡ итәсәк. Кафе хужалары билдәләүенсә, генератор менән сағыштырғанда, сығымдар ун тапҡырға кәмегән.
Кафе клиенттары - башлыса оло юлға сығыусылар, фура водителдәре. Улар ҙа учреждениела электр утына бәйле киҫкен мәсьәлә хаҡында мәғлүм була. Таулы участкала кеҫә телефоны бәйләнеше, элемтә лә юҡ, шуға күрә Ҡолмасты улар - өмөт утрауы тип тә йөрөтә. Бында хәҙер вай-фай ҙа бар.
Кафела ыңғай үҙгәрештәр көтөлә. Тиҙҙән ул заманса төҫ аласаҡ. Ҡасандыр бензинға киткән сығымдарҙы ремонт эштәренә тотоноу планлаштырылған.
Зәлиә Ғәлийәнованың йәнә бер теләге - киләһе йыл биләмәлә ауылдаштарын йыйыу. Ҙур юбилей датаһы көтөлә.
Ҡолмас ауылы киләһе йыл йөҙ йыллығын билдәләй. Электр уты үткәрелеүе бында һүнгән тормошто яңынан тоҡандырырға ярҙам итер тигән өмөт бар. Ыңғай үҙгәрештәр әле үк күҙәтелә. Ауылдың ташландыҡ участкаларында йорт төҙөү өсөн ғаризалар килә башлаған.
Гөлназ Хәйбуллина.




