Ағиҙелдең үҫеш нөктәһе

Ағиҙел ҡалаһының 1-се мәктәбендә тормошҡа ашырылған федераль проект уҡыусыларға заманса белем алыу мөмкинлеген бирә. Балаларға информатика, технология һәм тормош нигеҙҙәре хәүефһеҙлеге дәрестәре яңы алымдар ҡулланып уҡытыласаҡ. Ошо маҡсатта үҙәк яңы компьютер, 3D-принтер, электр ҡорамалдар менән йыһазландырылған. Ижад һәм проектлау эштәре, робототехника менән шөғөлләнеү бүлмәләре, интеллектуаль уйын залдары булдырылған.

Ҡаланың яңы мәғариф үҙәге күләмле семинарҙар ойоштороу майҙаны булыр тип көтөлә. Был тәңгәлдә, республика юғары уҡыу йорттары менән бәйләнеш булдырыласаҡ.

Фото №1 - Ағиҙелдең үҫеш нөктәһе

Азат Ғәлиуллин.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ