Родион Әмировтың голы Рәсәй йыйылма командаһына сирекфиналға сығырға ярҙам итте

Рәсәй йыйылма йәштәр командаһы бөгөн Эдмонтонда үткән уйында Австрия командаһын 7:1 иҫәбе менән еңде. Өфө спортсыһы ҡаршы ҡапҡаға тәүге шайбаны индереүгә ирешкән. Әмиров шулай уҡ Австрия ҡапҡаһына өсөнсө мәрәйҙе индергәндә ассистент булып сығыш яһаған.

Иртәгә Игорь Ларионов тәрбиәләнеүселәре Өфө ваҡыты менән иртәнге 8-се яртыла Швеция командаһы менән осраша. Тура трансляция Беренсе каналда һәм Рәсәй хоккей федерацияһының рәсми сайтында планлаштырылған. 

Фото №1 - Родион Әмировтың голы Рәсәй йыйылма командаһына сирекфиналға сығырға ярҙам итте

Гөлдәриә Йосопова.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ