17 йәшлек Нефтекама ҡыҙы “Голос” проекты еңеүсеһе тип танылды. “Күптән түгел, “Голос”тың финалына сығыусы Рушана Вәлиеваны ҡотлай инек. Музыкала юғары уңышҡа беҙҙең Земфира менән Юрий Шевчук, ағалы-ҡустылы Абдразаҡовтар һәм башҡа төрлө йәштәр өлгәште. Яҡташтарыбыҙҙың һәр уңышына шатбыҙ. Мөмкинлек сыҡҡас та, Яна Ғәббәсованы шәхсән ҡотлармын”, тип яҙа Радий Хәбиров.





