Яңы йылға һанаулы ғына сәғәттәр ҡалып килә

Ошо уңайҙан Рәсәй Президенты Владимир Путин Башҡортостан Башлығына байрам менән ҡотлауы ебәрҙе. Унда былай тиелә:

«Хөрмәтле Радий Фәрит улы! Һеҙҙе Яңы 2021 йыл менән ҡотлайым. Был матур байрам беҙгә ҡабатланмаҫ мөғжизә һәм тылсым хисе бүләк итә, яҡындар һәм туғандар менән ихлас аралашыуҙан күңелдәрҙе йылыта. Бөтә ауырлыҡтар ҙа мотлаҡ үтеп китер тигән ышаныс бүләк итә. Етеп килгән йыл һеҙҙең өсөн уңышлы булһын, ижади еңеүҙәр һәм изге эштәр менән хәтерҙә ҡалһын. Ныҡлы һаулыҡ һәм иң изге теләктәр һеҙгә» – тиелә Рәсәй Президенты ҡотлауында.

Байрам уңайынан ҡотлау хатын Рәсәй Хөкүмәте рәйесе Михаил Мишустиндан да ебәргән. Телеграммалар килеүен дауам итә.

Фото №1 - Яңы йылға һанаулы ғына сәғәттәр ҡалып килә
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ