Астрологтар, йорт хайуаны менән дуҫ булып үҙ маҡсаттарыүа ирешеү өсөн Үгеҙҙең талаптарына ҡолаҡ һалырға кәңәш итә. Яңы йыл байрамын нисек ҡаршы аларға? Тулыраҡ киләһе яҙмала.
Ҡеүәте һәм көсө менән айырылып торған Үгеҙҙән ҡурҡырға кәрәкмәй, сөнки йорт хайуаны кем уның менән шаярырға теләй – шуларҙы ғына һөҙөргә әҙер. Үгеҙ сағыу төҫтәрҙе, бигерәк тә ҡыҙыл төҫтө, яратмай. Шуға күрә өйҙө биҙәгәндә тыныс төҫтәргә иғтибар итеү хәйерле. Декор элементтарына килгәндә бесән, үлән һәм ботаҡтарҙан яһалған биҙәүестәргә өҫтөнлөк бирелә. Хатта байрамдың төп ҡупшыҡайын - шыршыны биҙәгәндә сағыу элементтар менән мауығырға кәрәк түгел, ти астрологтар.
Быйыл һәр кеше тәртипкә иғтибарлы булырға тейеш. Төрлө өлкәләге маҡсаттар йүнәлешендә эш алып барырға кәрәк. Үгеҙҙе һүрәтләгән Аҡ металл билдәһе – көслө символ, күптәнге хыялдар тормошҡа ашасаҡ.
Яңы йыл табыны тураһында һүҙ йөрөткәндә лә - ябай, әммә тәмле ризыҡтар әҙерләүсе хужабикәләр дөрөҫ эшләйәсәк. Оливье, картуф, йәшелсә һәм башҡа туҡлыҡлы ризыҡтар әҙерләп Үгеҙ күңелен күреү мөһим, сөнки ул ас ултырырға яратмай. Әммә башмаҡ итенән баш тартыу кәңәш ителә.
Аҡ металлы Үгеҙ йылын ҡаршы алғанда кейемдең төҫтәренә иғтибарлы булырға кәрәк. Металл, һоро, аҡ һәм башҡа тыныс төҫтәрҙәге кейем кейергә кәңәш ителә. Байрам кәйефен өҫтәр өсөн сағыу аксессуарҙарҙы оноторға ярамай, әлбиттә биҙәүестәр алтын түгел - көмөш төҫтәрҙә булырға тейеш, ти белгестәр.
Үгеҙҙе һүрәтләгән Аҡ металлдың төҫө уйҙарҙың сафлығын, намыҫлы, ә тимер көс, ышаныс тигәнде аңлата. Астрологтар Үгеҙ йылы тыныс, тотороҡло, эш һөҙөмтәләрен аҡлаған йыл буласаҡ тип фаразлай.
Флорида Ким.




