2020 йыл коронавирус инфекцияһы, битлек режимы менән тарихта ҡаласаҡ

Ҡатмарлы сир менән көрәшкә тәүгеләрҙән булып табиптар алғы һыҙыҡҡа баҫты. «Ҡыҙыл зона», вахта ысулы буйынса эшләү, тәүлек әйләнәһенә дежурлыҡ. Абруйлы һөнәр эйәләре байрам көнөндә лә республика халҡының һаулығы һағында.

Өфө дәүләт авиация техник университетының Ишембай филиалы коллективы, студенттар ҡаланың медицина хеҙмәткәрҙәрен етеп килгән Яңы йыл менән тәбрикләп, хөрмәт һәм ихтирамын күрһәтте. Табиптарға бал продукцияһы, торт тапшырҙы. Акцияла ҡатнашыусылар билдәләүенсә, сәләмәтлек – ҙур байлыҡ, быйылғы ҡатмарлы осор тормошҡа ҡараштарҙы үҙгәртә.

Ишембай үҙәк район дауаханаһының Ашығыс ярҙам бүлегендә 76 белгес эшләй, халыҡты һигеҙ тиҙ ярҙам машинаһы хеҙмәтләндерә. Коронавирус пандемияһы ваҡытында саҡырыуҙар артыуы күҙәтелә. Ноябрҙә генә өс меңгә яҡын кеше мөрәжәғәт иткән. Фельдшер Рәсим Мөхәмәтйәнов та эш графигы тығыҙ булыуын билдәләй.

Фото №1 - 2020 йыл коронавирус инфекцияһы, битлек режимы менән тарихта ҡаласаҡ

Гөлназ Хәйбуллина.

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ