Өфөлә Салауат Юлаев проспекты һәм Зәки Вәлиди урамдары киҫелешендә юл үткәргесе ябыла

Реконструкция 2021 йылдың 8 ғинуарынан 30 ноябргә тиклем алып барыла. Төҙөлөш эштәре барғанда был участкала юл хәрәкәте үҙгәрә. Өфө ҡала хакимиәтенән белдереүҙәренсә, ошо осорҙа урау юлдарҙы файҙаланырға кәңәш ителә.

Реконструкцияға килгәндә, уға ихтыяж күптән тыуған. Төбәктә автомобилдәр һаны артыу сәбәпле юлдың үткәреү һәләте етмәй, икенсенән яңы һалынған Ағиҙел күперен юл менән тоташтырыу талап ителә.

Ремонттан һуң Салауат Юлаев проспекты һәм Зәки Вәлиди урамдары киҫелешендәге юл үткәргесенең мөмкинлектәре өс тапҡырға арта. Бында ғәмәлдәге 4 һыҙат урынына алтау барлыҡҡа киләсәк, үткәргес үҙе лә 7 метрға оҙоная. Реконструкция башҡалаға ингән ерҙә тығындарҙә юҡҡа сығарыр һәм юл хәрәкәтен көйләр тип көтөлә.

Фото №1 - Өфөлә Салауат Юлаев проспекты һәм Зәки Вәлиди урамдары киҫелешендә юл үткәргесе ябыла

Рәмзиә Кәримова.

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ