Бөрйән районынан Брәтәк ауылы «Айыҡ» ауыл конкурсының республика этабына үткән

Муниципаль кимәлдәге еңеү ун биш мең һумлыҡ аҡсалата премия менән баһаланған. Урындағы халыҡ сәләмәт тормош алып бара, ауылды төҙөкләндереү буйынса ла саралар күрелә. Айыҡлыҡты ҙурлаусылар менән БСТ каналы хәбәрсеһе Гөлназ Хәйбуллина ла осрашты.

Кесеһе лә, олоһо ла старт һыҙығына баҫып, ҡышҡы уйындарға ҡушылды. Бөрйән районы Брәтәк ауылында «Эскелек – хурлыҡ, айыҡлыҡ – ҙурлыҡ» девизы аҫтында спорт байрамы ойошторолдо. Урындағы халыҡ Яңы йылға ҙур уңыштар менән аяҡ баҫа. Улар «Айыҡ ауыл» республика конкурсының муниципаль этабында еңеү яуланған.

Брәтәк ауылында йәшәүселәр тырыш һәм ныҡышмал. Солоҡсолоҡ, балыҡсылыҡ, малсылыҡ, ағас эшкәртеү менән дә шөғөлләнә. Биләмәлә мәктәп, фельдшер-акушерлыҡ пункты эшләй. Конкурс талаптарына ярашлы, сауҙа нөктәләрендә хәмер һатыу тыйылған. Айыҡ тормош пропагандаһы бара.

Берҙәмлектә көс тигәндәй, ауыл халҡы әүҙем йәмәғәт эше лә алып бара. Шәмбе өмәләре, мәрхәмәтлек сараларынан ситтә ҡалмайҙар. «Урындағы башланғыстарҙы яҡлау» программаһында ҡатнашып  биләмәне төҙөкләндереүгә ирешелгән. 2015 йылда мәҙәниәт йортона нигеҙ һалынһа, урамдаҙың яҡты булыуы ла – уртаҡ эш һөҙөмтәһе. Республика программаһы ярҙамында ауыл үҙәгендә урынлашҡан «Йәшлек» паркында ла күләмле үҙгәрештәр булыр тип көтөлә.

Ҡалған сумма республика бюджетынан ҡаплана. Әйткәндәй, быйыл Бөрйән районының ете ауыл биләмәһе «Урындағы башланғыстарҙы яҡлау» программаһында еңеп сығып, өс миллион һумлыҡ ярҙам алған. Киләһе йылда ла проектта ҡатнашыусы ауылдар һаны күп булыр тип көтөлә.

«Айыҡ ауыл» конкурсына килгәндә, бөрйәндәр республика этабында һынатҡаны юҡ. Тимер ауылы ла финалға сығып, призерҙар рәтендә булғайны. Сираттағы еңеүселәр исемлегенә брәтәктәр ҙә инер тигән ышаныс ҙур.

Фото №1 - Бөрйән районынан Брәтәк ауылы «Айыҡ» ауыл конкурсының республика этабына үткән

Гөлназ Хәйбуллина.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ