Яҡташыбыҙ Яна Ғәббәсова билдәле «Голос» проектында еңеү яуланы

Музыкаль конкурста Полина Гагаринаның командаһы йырсыһы телевизор ҡараусыларҙың 51,1 процент тауышын йыйҙы. 

Нефтекама ҡыҙы «Голос»  телевизион проектының абсолют еңеүсеһе булды. 17 йәшлек артист конкурстың финалына үтеүселәр араһында берҙән-бер ҡыҙ. Яна сығыш яһар алдынан социаль селтәрҙә хәле насар булыуы тураһында хәбәр итһә лә, лайыҡлы сығыш яһай алды.

Конкурс талаптары буйынса, финалист өс йыр башҡарҙы. Уларҙың береһен остазы Полина Гагарина менән бергә йырланы.  Еңеүсегә 1 миллион һумлыҡ сертификат тапшырылды. Быға тиклем Яна Ғәббәсова «Өфө тулҡыны» музыкаль конкурсында ҡатнашып «Балалар. Дебют» номинацияһында еңеүсе тип табылғайны.

Әлфинә Килдейәрова.