Өфөнөң Шаҡша биҫтәһендә йәшәгән Екатерина Синицина ярты йыл элек үҙенсәлекле букеттар етештеререүгә тотонған. Кескәй ҡыҙы менән декрет ялында ултырыусы әсә үҙмәшғүллек буйынса ярайһы уңышҡа өлгәшкән. Букеттар эшләү буйынса оҫталыҡ дәрестәрендә беҙҙең ижади төркөм дә булды. Был хаҡта тулыраҡ киләһе яҙмала.
Екатерина Синицина еләк-емештән букеттар яһау эшенә ярты йыл элек тотонорға ҡарар иткән. Ниәте хаҡында тормош иптәшенә лә әйткән. Хәләле ҡатынын хуплаған һәм материалдар һатып алыуҙа ярҙамлашҡан. «Был букеттар ашарға яраҡлы һәм сәләмәтлек өсөн фаҙалы.» ти оҫта ҡуллы әсә.
Күңел йылыһын биреп тыуҙырылған букеттарҙы оҫта ҡуллы ханым көнөнә заказдың күләменә һәм ҡатмарлығына ҡарап биш-алты дана етештерә. Халыҡ уның эштәре менән социаль селтәрҙәр аша таныша һәм күпләп туған көндәргә, юбилейҙарға заказдар бирә.
Екатерина Синицина декрет отпускаһында флористикаға интернет аша махсус дәрестәр ярҙамында өйрәнгән. Яңы шөғөлә ғаиләһенә килем дә килтерә. Әйткәндәй, Башҡортостанда декрет отпускаһында булған әсәләрҙе яңы һөнәрҙәргә уҡытыу» Демография» милли проектына ярашлы тормошҡа ашырыла. Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығынан белдереүҙәренсә, биш йыл дауамында йыл һайын декрет ялындағы 1300 әсә бындай мөмкинлектән файҙалана аласаҡ.
Гүзәл Борханова.




