Күңел-сафаға бирелеп онотолоп хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен онотоп ебәрәбеҙ. Республикала уҙған йылдың һуңғы көнөндә һәм 1 ғинуарға ҡарай төндә янғында 7 кешенең ғүмере өҙөлгән. Республика Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты рәйесе Фәрит Ғүмәров Яңы йыл байрамдарында хәүефһеҙлек ҡағиҙәләренә айырыуса иғтибарлы булырға саҡыра.
Яңы йылда янғын хәүефе артыуына йәнә бер уйынсыҡ сәбәпсе – кешеләр фейерверк-петардалар менән артыҡ мауыға. Белгестәр ошо йәһәттән дә хәүефһеҙлекте онотмаҫҡа саҡыра.Петарда-ракеталарҙы осорор алдынан инструкцияны ентекле өйрәнергә кәрәк. Өй эсендә, балконда, кешеләр күпләп йыйылған урындарҙа шартлатҡыстар ҡулланыу ҡәтғи тыйыла.





