Травмпункттар һигеҙҙән көндөҙгө 16 сәғәткә тиклем асыҡ була. Компьютер томографиялы амбулатор үҙәктәр, Өфөләге 13-сө клиника тәүлек әйләнәһе режимында ҡалдырыла. “Башфармацияның” дарыуханалары бөгөн һәм иртәгә эшләмәй. 9-сы, 10-сы ғинуарҙа дежур пункттар ойошторола, өсөнсө ғинуарҙан һигеҙенә тиклем улар иртәнге ундан киске алтыға тиклем халыҡты хеҙмәтләндерергә тейеш.





