Башҡортостан ҡала һәм райондарында 10 ғинуарҙа “Милли аш-һыу көнө” тигән кулинария флешмобы ойошторола. Акцияға теләгән һәр кем ҡушыла ала. Бының өсөн тәҡдим иткән ризыҡты әҙерләп күрһәтеп, #Яңы йыл аш-һыуы яратҡан рецепт хэштегы аҫтында социаль селтәрҙәргә һалырға кәрәк. Флешмобта Өфө ресторандарынан танылған шеф-ашнаҡсылар ҙа ҡатнаша һәм оҫталыҡ дәрестәре уҙғара.





