Шулай ҙа ул урында почта бүлексәһе эшмәкәрлегенә бәйле була. Кредит ойошмалары аша пенсия алыусыларға ул килешеүҙә күрһәтелгән ваҡытта бирелә. Яңы эш аҙнаһы, 11 ғинуарҙан, иһә пенсия ғәҙәти тәртип буйынса таратыла, ти Пенсия фондының төбәк бүлексәһе етәксеһе Фоат Хантимеров.
Республикала 1 миллион 200 меңгә яҡын кеше хаҡлы ялда. Шуларҙың 40 проценты пенсияны почта аша ала, ҡалғандарына банк карталарына күсерелә.





