Ковидҡа ҡаршы мәғлүмәти ярҙам күрһәтеү өсөн ойошторолған үҙәктә көнөнә йөҙҙән ашыу шылтыратыу ҡабул ителә. Берҙәм телефон линияһы аша төрлө һорауҙар буйынса белгестәрҙән консультация алырға мөмкин. Тулыраҡ киләһе яҙмала.
Пандемияға бәйле ҡатмарлы осорҙа республика граждандарына мәғлүмәти ярҙам күрһәтеү өсөн ойошторолған ситуация үҙәгендә телефон шылтырауы тынғаны юҡ. Бында башлыса эшҡыуарҙар шылтырата, сөнки коронавирус шарттарында тап иҡтисад өлкәһе зыян күрә. Шулай уҡ медицина ярҙамы менән бәйле консультацияларға ихтыяж юғары.
Коронавирусҡа тест һөҙөмтәләре, табип саҡыртыу, амбулатор һәм стационар шарттарҙа дауаланыу буйынса мәғлүмәт менән махсус әҙерлекле операторҙар эш итә. Өҫтәмә мәғлүмәт талап ителгәндә улар табиптар менән бәйләнешкә сыға.
Шылтыратыуҙар ҡабул иткән операторҙарҙан тыш, үҙәктә медицина эксперттары ла бар. Улар оператив рәүештә һөнәри ярҙам күрһәтә. Башҡорт дәүләт медицина университеты хеҙмәткәрҙәре, профессорҙар, доценттар һәм башҡа белгестәр ярҙамға килә.
Республикала асылған ситуация үҙәге тотош илдә тәүге тәжрибә. Уны ойоштороу тураһындағы ҡарар күптән күптән ҡабул ителгән булһа, пандемияға бәйле киҫкен хәл эште күпкә тиҙләтте. Әле үҙәк «Торатау» конгресс-холында урынлашҡан. Ләкин киләсәктә уны айырым бинаға урынлаштырыу күҙаллана. Ул саҡта үҙәк мөмкинлектәре тағы ла киңәйәсәк.
Флорида Ким.




