Йыл менән йыл алышынған мәлдә тыуған балаларҙың 9-ы ҡыҙ, 6-һы малай. Тәүге бәпес куранттар һуҡҡандан һуң 30 минут үткәс Республика перинаталь үҙәгендә тәүге ауазын һала. Табиптар әйтеүенсә, ҡыҙҙың ауырлығы 3500 грамм, сабыйҙың да, әсәһенең дә хәле яҡшы. Уларҙы дауахананан сыҡҡас Өфө районының Нижегородка ауылында көтәләр. Башҡаланың 8-се клиник дауаханаһы бала табыу йортонда иһә яңы йыл төнөндә тәүге сабый сәғәт төнгө өс тулыр алдынан донъяға килә. Байрамды бала табыу йортонда ҡаршы алған гүзәл заттар менән БСТ каналы хәбәрсеһе Рәмзиә Кәримова аралашты.
Башҡалалағы 8-се бала табыу йортоноң быйылғы йылъяҙмаһын ҡурсаҡ һымаҡ ошо ҡыҙ аса. Сабый тәүге ауазын сәғәт төнгө өс тулыр алдынан һала. Рузилә Фәхретдинова әйтеүенсә, ғаилә баланы ғинуарҙың башында көтә, әммә Рузиләгә әҙер байрам өҫтәленән бала табыу йортона юлланырға тура килә, ҡыҙы Яңы йылдың тәүге бүләге булып донъяға тыуа. Әлегә сабыйҙың исеме лә юҡ, иң мөһиме ул һау-сәләмәт һәм ғаиләлә көтөп алынған ҡәҙерле бала.
Палаталар эргәлә генә, ә айырма тотош бер йыл. Был бүлмәләге сабыйҙарҙың тыуыу тураһындағы таныҡлығына 2020 йыл тигән һан теркәләсәк. Тап улар уҙған йылды йомғаҡлап, иң һуңғы сәғәттәрҙә донъяға килә. Барыһының да әсәләре байрам өҫтәлен әҙерләп өлгөрә, әммә яңы йылды бала табыу йортонда бәпестәре менән ҡаршы ала.
Табиптар әйтеүенсә, бала табыу бүлектәре өсөн байрам тигән төшөнсә юҡ, бында эш тәүлек әйләнһенә дауам итә. Һәр ваҡыт сафта булырға кәрәк, сөнки донъяға яңы кешене ҡабул итеүҙән дә яуаплыраҡ бурыс юҡ. Сабыйҙарҙың куранттар, фейерверктар тауышы аҫтында донъяға килгән сағы ла була. Хатта баланың тәүге ауазы ла ошо шау-шыу аҫтында күмелеп ҡала, ти Йәзилә Рәшит ҡыҙы.
Быйыл Яңы йыл төнөндә республикала 15 сабый донъяға килгән, 9 ҡыҙ һәм алты малай. Уҙған йыл менән сағыштырғанда бишәүгә әҙерәк. Ҡомаҡ йылын ҡаршы алғанда 20 бала тәүге ауазын һалғайны. Ә һуңғы осорҙағы рекордлы күрһәткес 2015 йылда теркәлгән, ул ваҡытта Яңы йыл төнөндө 29 сабый тыуа.
Башҡаланың 8-се бала табыу йортонда былтыр 1 мең 857 сабый донъяға килгән. Иң ҡыуаныслыһы -бер үлем осрағы ла теркәлмәгән. Табиптар тыуым быйыл да былтырғынан кәм булмаҫ тип ышана. Сөнки короновирус пандемияһы менән бәйле демография күрһәткесенең төшөүе күҙәтелә.
Рәмзиә Кәримова.




