Бөгөн Бөтә донъя Брайль азбукаһы көнө билдәләнә

Ер шарында 39 миллионға яҡын һуҡыр кеше иҫәпләнә, күреү һәләте насар булғандар тағы ла күберәк. Тактиль шрифт уларға аралашырға, белем алырға, яңы мәғлүмәт тупларға һәм фекерҙәрен еткерергә ярҙам итә.

Уҙған быуаттың туҡһанынсы йылдарынан алып Башҡортостанда йәшәүселәр Брайль системаһына яраҡлаштырылған башҡорт алфавитын үҙләштерә ала. Мөмкинлектәре сикләнгән балалар Өфөләге 28-cе коррекция мәктәп-интернатында уҡый. Донъяға йөрәк менән ҡараусылар хаҡында БСТ каналы хәбәрсеһе Гөлназ Хәйбуллина репортажы.

Руфина Яманһарина Брайль дисплейы ярҙамында Рәми Ғариповтың ижады менән таныша. Үлсәме буйынса клавиатураны хәтерләткән электрон ҡоролма компьютерҙағы яҙыуҙарҙы бармаҡ менән уҡырға ярҙам итә. Ҡыҙҙың күҙҙәре күрмәй, коррекция мәктәбендә ул рельеф-нөктәле шрифт буйынса белем ала.

Өфөнөң 28-cе коррекция мәктәп-интернатында республиканың төрлө район-ҡалаһынан  һуҡыр һәм күреү һәләте насар булған 190 бала уҡый. Белем усағында Брайль дисплейҙары күптән ҡулланыла, әммә башҡорт теленә махсуслашҡан

Былтыр «Заманса мәктәп» федераль проекты сиктәрендә мәғариф учреждениеһы дүрт миллион һумлыҡ тифлотехника менән тәьмин ителгән. Шул иҫәптән ҡиммәтле Брайль принтеры һатып алынған. Уның ярҙамында уҡыу әсбаптары баҫтырыу ҡаралған. Тактиль шрифт буйынса белем алыуҙа һуҡырҙар өсөн республика махсус китапханаһының да әһәмиәте баһалап бөткөһөҙ. Зарема Сөләймәнова – әүҙем уҡыусы. «Ҡабарынҡы алты нөктә символдары ярҙамында хәрефтәрҙе таныу – тормошто сағыу төҫтәрҙә күреү мөмкинлеге бирә», – ти ул.

4 ғинуарҙа – Луи Брайлдың тыуған көнөндә Бөтә Донъя Брайль Азбукаһы көнө билдәләнә. Был дата Берләшкән Милләттәр ойошмаһы Генераль Ассамблеяһы тарафынан һуҡырҙар һәм күреү һәләте насар булған кешеләр проблемаһына иғтибарҙы арттырыу маҡсатында иғлан ителә. Әйткәндәй, Брайль системаһы буйынса башҡорт шрифты уҙған быуаттың туҡһанынсы йылдарында барлыҡҡа килгән. Уның авторы – РСФСР-ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы Мәкәрәм Төхвәтшин.

Учреждение хеҙмәткәрҙәре башҡорт телен популярлаштырыу йүнәлешендә эшләй. Брайль принтерында нәфис әҙәбиәт, уҡыу әсбаптары донъя күрә. Кәштәлә Башҡортостандың Бөйөк Ватан һуғышына индергән өлөшө хаҡында материалдар ҙа бар.

Былтыр ил президенты грантына «Башҡорт халҡының күңеле» тип аталған китап та сығарылған. Баҫмала мөмкинлектәре сикләнгән кешеләр милли музыка ҡоралдарыҡурай, ҡумыҙ, ҡылҡубыҙменән таныша ала. Шулай уҡ тауышландырыусы ручка ярҙамында көйҙәр тыңлай.

Республика махсус китапханаһы фондында ике йөҙ меңдән ашыу баҫма һаҡлана. Һуҡырҙар һәм күреү һәләте насар булғандар бында килеп, донъя әҙәбиәте, фәндең төрлө өлкәләре менән таныша. Ап-аҡ ҡағыҙҙағы нөктәләр аша донъяға яңы ҡараш барлыҡҡа килә. Әйткәндәй, Брайль шрифты ҡабартып яҙыла, шуға күрә китаптар ҙа күләме буйынса ҙур.  

Фото №1 - Бөгөн Бөтә донъя Брайль азбукаһы көнө билдәләнә

Гөлназ Хәйбуллина.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ