Билдәле шағир Ғәли Соҡоройҙоң тыуыуына 195 йыл тулыуға арналған сараларға әҙерлек бара

Башҡортостанда билдәле башҡорт шағиры, мәғрифәтсе, ғалим, дин әһеле, Ҡара табын ырыуы вариҫы Ғәли Соҡоройҙоң тыуыуына 195 йыл тулыуға арналған сараларға әҙерлек бара.

Юбилей саралары 8 ғинуарҙа, шағирҙың тыуған яғы Тәтешле районында башлана. Был көндө Ғәли Соҡоройҙоң Иҫке Ҡорос ауылындағы йорт-музейында шәхес иҫтәлегенә мемориаль таҡтаташ, ҮргеТәтешле ауылы тарих-тыуған яҡты өйрәнеү музейында уның тормош юлы һәм ижадына арналған күргәҙмә асыла. Шулай уҡ 8 ғинуар көндөҙ Үрге Тәтешле рйон мәҙәниәт йорто алдындағы майҙанда «Әсән хан вариҫтары» тип исемеләнгән концерт программаһы тәҡдим ителә.

Программала таьбын ырыуы тарихзына арналған театралшытырлған тамашасығыш һәм программа ҡуйыла. Концерт хедлайнерҙары булып «Арғымаҡ» этно-рок төркөмө һәм Зәйнетдин шоу-проекты сығыш яһай. 

Гөлдәриә Йосопова.