Әүҙем ял көндәре

Башҡортостанда «Яңы йылдың ғаилә уйындары» дауам итә.

Республика район-ҡалаларынан был ярышта 50 меңдән ашыу кеше ҡатнашырға теләк белдергән. Мәктәп яны спорт майҙансыҡтарында ғаиләләр етеҙлектә һәм тиҙлектә көс һынашты. Йылыныу өсөн мотлаҡ күнегеүҙәр эшләгәндән һуң, балалар һәм ата-әсәләрҙән торған командалар сәкән һуғыу, пассажирҙар тейәлгән тюбинг менән идара итеү маһирлығын күрһәтте.

Уйындарҙы Мәғариф һәм фән министрлығы, Спорт һәм йәштәр сәйәсәте министрлығы һәм «Берҙәм Рәсәй» партияһының төбәк ойошмаһы берлектә ойошторған. Фирҡәнең төбәк башҡарма комитеты етәксеһе Рөстәм Әхмәҙинуров 25-cе белем биреү усағына ярышта ҡатнашыусыларҙы дәртләндереү өсөн килгән. Былтыр «Яңы йылдың ғаилә уйындары» мәктәп спорт залдарында үткәрелһә, быйыл уларҙы саф һауала ойошторорға ҡара ителгән.

Быйылғы эпидемиологик хәлде күҙ уңында тотоп, ярыштарҙы саф һауала үткәрҙек. 1320 мәктәп яны биләмәһендәге спорт майҙансыҡтарындағы ярыштарҙа 52 мең 314 кеше ҡатнашты, 15 ғинуарҙа «Динамо» стадионында Гран-при яулаусы ғаиләгә шифаханаға юллама, ә 1-се, 2-се, 3-сө урындарға ҡиммәтле бүләктәр тапшырасаҡбыҙ.

Рөстәм Әхмәҙинуров, «Берҙәм рәсәй» партияһының төбәк башҡарма комитеты рәйесе
Фото №1 - Әүҙем ял көндәре

Гүзәл Борханова.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ