Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт идаралығы инспекторҙары ял көндәрендә көсәйтелгән режимда эшләй. Эскән килеш руль артына ултырыусыларҙы асыҡлауҙа республика халҡы ла ярҙам итә ала, ти инспектор Илдар Сафин.
Беренсе тапҡыр тотолоусыларҙың автомобиле штраф туҡталҡаһына оҙатыла, 2 йылға тиклем водитель таныҡлығы тартып алына һәм 30 мең һум күләмендә штраф һалына.





