Уның маҡсаты – һауала эленеп торған элемтә һәм электр сымдарын алыу. Белгестәр һәр йорт өсөн махсус инженер проект төҙөгән. Дөйөм алғанда, Өфөлә 3 мең километрҙан ашыу кабель һуҙылған. Ул ҡала эстетикаһын боҙоуҙан тыш, кешеләр өсөн хәүеф тыуҙыра. 20 ҡатлыҡ бейеклектән өҙөлөп төшкән кабель автомобилдәргә лә зыян килтерә ала.





