Үткән йылда урындағы башланғыстарға булышлыҡ итеү программаһы ярҙамында 600-гә яҡын проект тормошҡа ашырылған

Үткән йылда урындағы башланғыстарға булышлыҡ итеү программаһы ярҙамында 600-гә яҡын проект тормошҡа ашырылған
Фото №1 - Үткән йылда урындағы башланғыстарға булышлыҡ итеү программаһы ярҙамында 600-гә яҡын проект тормошҡа ашырылған

Был турала социаль селтәрҙә Республика Башлығы Радий Хәбиров яҙа: “Программала ауыл халҡы әүҙем ҡатнаша. Үткән йылда ауылдарҙа 385 проект башҡарылған. Ҡалала – улар иҫәбе ике тапҡырға әҙерәк. Проекттарҙың төрлөләре бар. Мәҫәлән, Ағиҙел ҡалаһының “Йәйғор” балалар баҡсаһында тоҙ шахталары эшләнеләр, ә Павловкала урамда яҡтыртҡыстар урынлаштырылды. Программаның асылын иҫегеҙгә төшөрәм: уның кәмендә 3 процентын халыҡ үҙе, 15 процентҡа тиклемен муниципалитет, ҡалғанын бағыусылар, йә республика бюджеты ҡаплай. Инициативаларҙы быйыл да ҡеүәтләргә дауам итәбеҙ”, тип яҙа Радий Хәбиров.

Выборы 2026
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ