Бишбүләк районында йәшәүсе Ғәтиәтуллиндар эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнеү өсөн дәүләт грантына эйә була. Һөҙөмтәлә «Бишбүләк фермеры» кооперативына берләшкән фермерҙар сауҙа нөктәһен ит эшкәртеү ҡоролмалары, һыуытҡыстар менән йыһазландыра. Йүнселдәрҙең эшмәкәрлеге менән БСТ каналы хәбәрсеһе Флорида Ким таныштыра.
Эшҡыуар Илнур Ғәтиәтуллин юрист һөнәрен үҙләштерһә лә башҡа юлды һайлай. Ғаилә кооператив ойоштороп ит эшкәртеү менән шөғөлләнә башлай. 17 кешене берләштергән хужалыҡ дәүләт грантын алыуға ирешә. Кооперативҡа 3 млн һум аҡса бүленә.
Ғәтиәтуллиндар иң беренсе ит эшкәртеүсе ҡоролма, һыуытҡыс менән йыһазландырылған йөк машинаһы һатып ала. Башҡа фермерҙар тәҡдим иткән иттән ярымфабрикаттар яһап, вакуум ҡаптарҙа Бишбүләк сауҙа нөктәләренә оҙатыла.
Май айында асылған ит кибетенә заказдар артҡандан- арта. Ғәтиәтуллиндар етештергән продукция район мәктәптәренә таратыла. Бөгөнгө көндә Бишбүләк районындағы 12 мәктәп менән килешеү төҙөлгән.
Ғәтиәтуллиндар район мәктәптәренән тағы ла күберәк заказдар ҡабул итеү өсөн йәнә бер бинаны йыһазландырырға теләй. Балаларҙы туҡландырыу өсөн продукцияны күберәк етештереү яңы талаптар ҙа өҫтәй. Санитар ҡағиҙәләргә иғтибар көсәйә.
Флорида Ким




