Иҫкәртеү мөһим

Өфөлә рөхсәт ителмәгән урындарҙа тау шыуыусыларҙы асыҡлау буйынса рейд үтте. Граждандарҙы һаҡлау идаралығы белгестәре ҡағиҙәләрҙе инҡар итеүселәр менән профилактик әңгәмә ойошторҙо. Ҡотҡарыусылар әйтеүенсә, балаларҙы рөхсәт ителмәгән урында тау шыуырға ата-әсәләр үҙҙәре алып килә. Һөҙөмтәлә Яңы йыл байрамдары осоронда Салауат һәм Бүздәк райондарында, шулай уҡ Өфөлә 4 бала йәрәхәтләнгән.

Тауҙан санала шыуыу ҡыш көнө күптәрҙең яратҡан күңел асыу сараһы булһа ла, хәүефһеҙлек сараларына иғтибарлы булыу мөһим. Махсус йыһазландырылмаған урында ял итеүселәр ағастарға йәки бағаналарға бәрелеп бәләгә тарый.

Ҡотҡарыусылар граждандарҙы күңелһеҙ осраҡтарҙан һаҡлау өсөн рөхсәт ителмәгән тауҙарҙа билдәләр ҡуйып, майҙансыҡтарға ҡом һибә, әммә яуаплылыҡ һәр кемдең үҙенә йөкмәтелә.

Фото №1 - Иҫкәртеү мөһим

Флорида Ким.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ