Ветеранға – Яңы йыл бүләге

Шаран районы Баҙғыя ауылында йәшәүсе Мария Яныбина Яңы йыл алдынан Бөйөк Ватан һуғышы ветераны таныҡлығын алып ҡыуанған. Сал сәсле ветеран 16 йәшенән торф сығарыуҙа эшләй, ауыр һуғыш йылдарында тиҫтерҙәре кисергән барлыҡ михнәттәрҙе лә башынан үткәрә. Ветеран кенәгәһен өлкән йәштәге ханым дан-шөһрәт өсөн түгел, вариҫтарына ҡомартҡы итеп ҡалдыру өсөн юлланым тип белдерә. Тулыраҡ киләһе яҙмала.

Антонина Хәлиуллина әсәһенең шатлығын уртаҡлашырға Өфөнән ҡайтып төшкән. Инде унынсы тиҫтәһен ваҡлаған әсәһе уны һәр ваҡыттағыса яҡты сырай менән ҡаршылай. Олпат йәшенә ҡарамаҫтан, ишетеү һәләте һәм фекерләү ҡеүәһен юғалтмаған ул. Һуғыш ваҡытында Марияны тиҫтерҙәре менән бергә Свердловск өлкәһенә торф сығарырға ебәрәләр. Тормошоноң иң ауыр осорондағы һәр көнөн Мария Николаевна бөгөнгөләй хәтерләй.

Һуғыш бөткәс Мария Яныбина тиҫтә йыл самаһы торф сығарыуҙа эшләп, 1953 йылда ғына тыуған ауылына ҡайта. Мәктәпкә уҡытыусы булып эшкә килгән егет менән ғаилә ҡорғас, бар булмышын 3 балаһын тәрбиәләүгә арнай, ҡул эштәренә оҫталығын арттыра. Бәйләгән селтәрҙәре, сигеү өлгөләре әле лә йортон биҙәй.

Балаларына һәр яҡлап өлгө булған әсә Бөйөк Ватан һуғышы ветераны таныҡлығын да уларға ҡомартҡы итеп ҡалдырыу өсөн юллаған. Ҡәҙерле документ киҫәге килер быуындарға Еңеү яҙы бүләк итеүселәрҙең рух ныҡлығын да сағылдыра.  

Фото №1 - Ветеранға – Яңы йыл бүләге

Гөлдәриә Йосопова.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ