Республикала башҡорт халҡының традицион көнкүрешенә арналған күсмә йәйләү эш башланы

Әле ул ваҡытлыса Бөрйән районы «Шүлгәнташ» дәүләт тәбиғәт ҡурсаулығы биләмәһендә урынлашҡан. Уның аша туристар аҫаба халыҡтың тарихы менән яҡындан таныша ала. Бер үк ваҡытта кейеҙ тирмәлә ҡунып сығыу, фотосессия ойоштороу мөмкинлеге лә ҡаралған. БСТ каналы хәбәрсеһе Азат Ғәлиуллин дауам итә.

Борондан ҡалған аҫалы балаҫ-кейеҙҙәр, ҡатлам-ҡатлам ҡорамал йыйылған һандыҡ, төрлө ырыу вәкилдәренең традицион милли кейеме. Тирмә эсендә күҙ ҡамашырлыҡ йыһаздарҙы Алина Иманғолова бөртөкләп тигәндәй республика төбәктәренән йыйған. Халыҡ мираҫын халыҡҡа еткереү маҡсатында ул туристарҙы башҡорттарҙың тарихи үткәне, бөгөнгөһө һәм киләсәге менән таныштыра.

Кейеҙ тирмәләр республикала бармаҡ менән генә һанарлыҡ. Башҡорт тирмәләре ҡаҙаҡ, ҡырғыҙҙарҙан ағастың бөгөлөп эшләнеүе менән үҙенсәлекле. Шулай уҡ көмбәҙе лә айырыла.

Был тәңгәлдә республикала милли үҙаң үҫтерелә. Аҫаба халыҡ заманса әйберҙәрҙә лә традицион элементтар ҡулланырға тырыша. Башҡорт костюмы оҫталарының «Тамға» халыҡ-ара конкурсы ла тап этник үҙенсәлектәрҙе мәңгеләштереүгә йүнәлтелгән.

Азат Ғәлиуллин.