Өфөнөң Ағиҙел ярында ат-сана экипаждары парады үтте. Сағыу тамашаны БСТ каналы хәбәрсеһе Гүзәл Борханова ла күҙәтте.
Парадта ҡатнашҡан аттар хужаларын елдән етеҙерәк тиҙлектә йөрөттө. Еҙ ҡыңғырауҙар тағылған экипаждар сараға килеүселәрҙең күңелен елкендерҙе. Боронғо йола Өфөнөң Ағиҙел ярында тергеҙелде. Был сағыу байрам беренсе тапҡыр ойошторолһа ла, унда ҡатнашыусылар парадҡа бик етди әҙерләнгән.
Тамашаға килеүселәрҙе хатта ғинуар һалҡыны ла ҡурҡытмаған. Пандемия шарттарында барлыҡ һаҡлыҡ саралары иҫәпкә алынған. Халыҡ фекеренсә, был байрам дүрт көн дауамында барған Терра-ҡыш фестиваленең иң күркәм сараһына әүерелгән.
Киләһе йыл пандемия сигенгәс, ойоштороусылар сараны халыҡ-ара кимәлдә үткәрергә ниәтләй. Фестивалгә Рәсәй төбәктәренән һәм сит илдәрҙән дә ҡатнашыусылар килер тип көтөлә.
Парад еңеүсеһе тип Дүртөйлө тоҡомсолоҡ заводының өсәүле ат егелгән экипажы танылды. Еңеүселәрҙе район кимәлендә лә дәртләндереү ҡаралған.
Байрам тамамланыр алдынан тамашасылар экипаждар менән иҫтәлеккә фотоға төштө, ҡыҙыҡлы видеояҙмалар менән социаль селтәрҙәрҙә бүлеште.
Терра-Башҡортостан байрамы дүртенсе көнөндә егеүле аттар парады ойошторолдо. Был парадта иң сағыу биҙәлгән экипаж асыҡланды, тамашасылар тере музыка оҙатыуында рәхәтләнеп Ағиҙел яры буйлап саналарға ултырып йөрөнө. Бөгөнгө байрамдан һәр кем күтәреңке күңел һәм ҡабатланмаҫ тәьҫораттар алып ҡыуанды.
Гүзәл Борханова.




