Проект Ауыл хужалығы министрлығы, Россельхозбанк һәм Башҡорт дәүләт аграр университеты менән берлектә тормошҡа ашырыла. Унда ауыл хужалығы өлкәһендә эш башларға һәм квалификацияны күтәреү буйынса белем алырға мөмкин. Уҡырға инергә теләүселәр бирелгән тема буйынса 20 ғинуарға тиклем ойоштороусыларға эссе, йәки презентация ебәрергә тейеш. Тулыраҡ мәғлүмәт республика хөкүмәте сайтында.





